Ул да матурлыҡты тоя белгән кеше. Яҡташтары был тамашаны мотлаҡ күререгә тейеш тип тырышҡан Илшат Ришат улы. Ауылда автобус бар, тик бензины юҡ. Автобусҡа ултырып, уны этеп алып барып булмай, депутат бензинға аҡса биргән - барығыҙ, иркенләп бер ял итеп ҡайтығыҙ. Юғары кимәлдә үткән концертты ҡарап ҡайтҡан ауылдаштары (бында бер нисә ауыл инә) И, Әмәкәсовҡа рәхмәт яуҙырыуҙан туҡтамай: яҙғы мәлдә яҙ кәйефе бүләк иткәнегеҙ, юғары культураға ҡағылдырғанығыҙ өсөн рәхмәт.