Рәхмәт ишетеүе рәхәт
23 Апреля 2021, 08:58

Рәхмәт, Юнир, рәхмәт, Сергей

Өсөнсө көн, көтмәгәндә (хәйер, уны кем көтһөн), ауылда янғын сыҡты. Минең иҫке йортом да утҡа эләккән. Нимәнән сыҡҡанын ҡапыл кем әйтә, ҡоро үлән янып киткән дә, эргә-тирәне ялмаған. Бөтөн ағастарым, бахыр, юҡҡа сыҡты. Йорт та йәшәрлек ине әле, һатырға тип йөрөһәк. Һаттың.

Ярар, ел ауыл яғына түгел ине, иҫке йортто ғына эләктерҙе. Тиҙ арала Яҡшымбәт ауыл биләмәһе, Ермолаево янғын һүндереүселәре килеп етмәһә, белмәйем, нисек туҡтата инек утты. Район үҙәге пожар часы етәксеһе Сергей Фадеевҡа, Яҡшымбәт янғын һүндереүселәренә рәхмәт. Ауыл башлығы Юнир Сынбулатовҡа ҙур рәхмәт. Юнир Ирек улы утты һүндергәндә лә, унан һуң да килде, бәләнең уртаһында булды. Үҙегеҙгә бәлә-ҡаза күрмәй йәшәргә яҙһын.
Миңзәлә Рахманғолова, Яҙлау ауылы
Читайте нас