Районыбыҙҙа 23 апрелдә бик матур «Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер» тигән сара үткәрелде. Бар ауыл биләмәләренән килгән Ағинәйҙәр, онотола барған йолаларыбыҙҙы сәхнәләштерҙе. Шул рәттән Аҡһары ағинәйҙәре, беҙ ҙә ҡатнаштыҡ. Ошо уңайҙан, сараны ойоштороусы, районыбыҙҙың иң төп ағинәйе - Тамара Рәшит ҡыҙы Малбаеваға, район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясовҡа, Ҡоролтай етәкселәренә, беҙҙе транспорт менән тәъмин итеүсе үҙебеҙҙең Мораптал биләмәһе башлығы Асҡар Исәт улы Кинжәлиевҡа һәм үҙемдең Аҡһары ауылы ағинәйҙәре ойошмаһының ҡыҙҙарына ҙур рәхмәттәремде еткерәм.
Юлай Талха улына мине ҡартлығымда, ҙурлап, Рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләк менән ҡыуандырғаны өсөн, уға айырым рәхмәтемде белдерәм.
Һеҙҙең бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, оҙон ғүмер, эштәрегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете, теүәллек теләйем.
Гөлсөм СӘЛИХОВА, Аҡһары ауылы.