Ошо көндəрҙə ҡала дауаханаһының онкология бүлегендə дауаланып сығырға тура килде. Унда эшлəүсе хеҙмəткəрҙəрҙең үҙ эштəренең оҫтаһы булыуҙарына һөйөндөм. Онкология бүлеге мөдире, миңə операция яһаусы хирург Рəмис Собханғоловҡа, хирург Таһир Фаттаховҡа йөрəгем түренəн сыҡҡан рəхмəттəрем сикһеҙ. Шулай уҡ шəфҡəт туташтары Зөлфиə Рəүил ҡыҙына, Ғəлиə Төхвəтшинаға, Лена Итҡоловаға, аш ташыусы ҡыҙҙар Жанна, Мəрхəбəгə, санитарка ҡыҙҙар Фəрзəнə менəн Зилəгə, 13-14 май көндəрендə реанимация бүлегендə эшлəүсе хеҙмəткəрҙəргə ҙур рəхмəттəремде еткерəм. Улар ауырыуыҙарҙы шифалы ҡулдары менəн генə түгел, ə йылы һүҙҙəре менəн дə дауалайҙар. Сабыр, мəрхəмəтле, ихтирамлы һəм иғтибарлы булған аҡ халатлы фəрештəлəргə ауыр эштəрендə түҙемлек, ғаилəлəренə именлек, һаулыҡ һəм уңыштар телəйем.
Минзəлə ИШБАЕВА, Яманғол ауылы