Рәхмәт һеҙгә, егеттәр!

Кисә сираттағы тапҡыр "Бесән өмәһе" йолаһын үткәрҙек. Ныҡлы әҙерләндек, килгән һәр береһе быны дәллиләр. Аллаға шөкөр, замандың ниндәй булыуына ҡармаҫтан (пандемия бәкәлгә һуға), сарабыҙ бик шәп килеп сыҡты. Ҡатнашыусылар бесән сабып, гөлләмәләр бәйләп, самауыр ҡайнатып ҡына хушһынманы, төрлө уйындар уйнап туя алманы. Ниндәй генә сара үткәрмә, ҡоро энтузиазм менән генә булмай, беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған бағымсыларыбыҙ булмаһа, нимә эшләй алыр инек?

Киров исемендәге хужалыҡ етәксеһе Дамир Таһир улы Байгилдин, ауыл биләмәһе башлығы Асҡар Исәт улы Кинжәлиев - бына ошо егеттәр арҡаһында ла өмәбеҙ гөрләп үтте. Үҙегеҙҙең ҡырҡмаһа ҡырҡ эшегеҙ өйөлөп ятҡанда ла, халыҡ ихтыяжын, уның йолаларын онотмағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да шулай бергә эшләһәк-йәшәһәк, әллә ниндәй эштәрҙе атҡарырбыҙ әле. Хоҙай һеҙҙе һаулыҡтан айырмаһын, шәхси тормошоғоҙ ҙа, профессиональ эшегеҙ ҙә уң барһын.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас