- Аллаға шөкөр, аттар табылды. " Юшатыр" хеҙмәткәрҙәренә, шылтыратып хәбәр итеүселәрҙең барыһына ла Минибай Айҙаров, Рәжәп Исхаҡов, Вил Кинйәғолов, Сәжиҙә Аҡъюловалар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе ярҙамынан ташламаһын. Күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә кире әйләнеп ҡайтһын.
Барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Ҡул артығыҙ еңел булды. Ике көн үҙебеҙ эҙләнек. Таба алмағас, һеҙгә яҙырға булдыҡ. Хәбәр итеүселәр күп булды. Табылырына өмөттө өҙгәйнек инде. Ҡыуып алып киткәндәрҙер, тип ҡуйғайныҡ. Һеҙгә ҙуууур рәхмәт. Иҫән-һау эшләгеҙ.