Рәхмәт ишетеүе рәхәт
3 Октября 2021, 04:22

Беҙҙә иң күбе

Рафаэль Саттаров, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Яңы-Юл ауылы:- Беҙҙең "Искра" хужалығында оло йәштәгеләрҙең һаны 214 кеше. Республикала юҡ бындай күрһәткес.

Беҙҙә иң күбеБеҙҙә иң күбе
Беҙҙә иң күбе

Улар барыһы ла туған районыбыҙҙы, илебеҙҙе, ауылдарыбыҙҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән кешеләр. Беҙҙең шундай күп һанлы оло йәштәгеләрҙе, байрамыбыҙ менән ҡотларға мөмкинселек табып, беҙгә бүләктәр тапшырғаны өсөн, етәксебеҙ, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға, оло рәхмәттәребеҙҙе, яратып уҡыған “Юшатыр” гәзите аша еткерергә булдыҡ.

Ололар көнөнә арналған материалдар үткән һанда гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас