Рәхмәт ишетеүе рәхәт
16 Октября 2021, 08:39

Фәрештә

Зәк-Ишмәт ауылында фельдшер булып эшләгән Регина Фәтҡуллинабыҙ тураһында “Юшатыр”ыбыҙға яҙмайынса булдыра алманыҡ. Ул ауылыбыҙ килене, бер һүҙ менән әйткәндә, ауылыбыҙ фәрештәһе. Бейеменә шул тиклем яҡшы килен, тормош иптәшенә ихтирамлы ҡатын һәм ауылыбыҙ халҡы өсөн иғтибарлы аҡ халатлы фәрештә булыуы менән ихтирам итәбеҙ үҙен.

ФәрештәФәрештә
Фәрештә

Регина Радик ҡыҙының мөләйем булыуы күңелгә май кеүек яғыла. Уның шифалы ҡулдары ғына түгел, ә яғымлы тауышы ла йәнгә дауа. Ауырып уға барабыҙ, уны күреү менән үк ярты дауаланған кеүек хис итәбеҙ үҙебеҙҙе. Эйе, ысынлап та, уның яғымлы һүҙҙәре, йомшаҡ ҡулдары сирле кешеләргә һауығыуға этәргес көс бирә, ышаныс уята. Уның янында үҙеңде бөтөнләй сәләмәт кешеләй тояһың. Тиҙ арала үҙен тырыш, талапсан, үҙ һөнәренең оҫтаһы итеп танытты, урындағы халыҡтың ихтирамын яулап өлгөрҙө. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан Регинабыҙҙың белемле, ҙур тәжрибәле фельдшер булыуына хайран ҡалабыҙ, һоҡланабыҙ.

Зәк-Ишмәт ауылынан Флорида ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВА, Рәмилә ӘКБӘРОВА, Рабиға БӘШИРОВА.

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас