Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
5 Декабря 2021, 11:22

Иланыҡ та, көлдөк тә

...Концерт бик дәртле үтте. Аделина менән Зөһрә исемле тырыш ҡыҙҙарыбыҙ, сәхнәгә беренсе тапҡыр сыҡһалар ҙа, өҙә баҫып бейенеләр, афариндар. Альмира Сиражетдиновабыҙ үҙе яҙған шиғырын һөйләп ишеттерҙе һәм Йәүҙәт Усманов яҙған көйгә үҙенең һүҙҙәренә яҙылған йырын да башҡарҙы.

Иланыҡ та, көлдөк тә
Иланыҡ та, көлдөк тә

Тамара менән Петр Капустиндар алыштырғыһыҙ артистарыбыҙ. Улар оло йәштә булһалар ҙа һәр сарала ла ихлас ҡатнашалар. Мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән Рузилә Зәйнәғәбдинова менән Гөлнара Хөсәйеноваларға ла рәхмәт, улар ваҡыттарын табып репетицияларға йөрөп, концерттарҙа сығыш яһайҙар. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булған Гөлсара, Миләүшә, Әлфиә һәм мин дә йырҙар йырлап, ҡыҙыҡлы көләмәстәр сәхнәләштереп халыҡты рәхәтләндереп көлдөрҙөк.
Шулай уҡ сарала оҙаҡ йылдар ауылыбыҙ фельдшеры булып эшләгән Ғәҙилә Усманованы матур итеп тәбрикләп хаҡлы ялға оҙаттыҡ. Ауылыбыҙ биләмәһе башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов уға халыҡ һаулығы һағында тырышып эшләгәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм сәскә гөлләмәләре лә алғайны. Беҙ ҙә Ғәҙиләбеҙгә бағышлап матур йыр башҡарҙыҡ.
Рәмилә ӘКБӘРОВА, Зәк-Ишмәт ауылы

Рәмилә апайҙың хаты тулы вариантта гәзиттең йома һанында сыҡты. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: