Рәхмәт ишетеүе рәхәт
7 Января 2022, 06:40

Раштыуалағы сауап

Кемдер рәхәтләнеп унар көн ял итһә, янғын һүндереүселәр эштә, уларға хатта башҡа көндәргә ҡарағанда ла ауырыраҡ. Янғындар йышыраҡ ошондай мәлдәрҙә була торған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Раштыуалағы сауапРаштыуалағы сауап
Раштыуалағы сауап
Күмертау янғын һүндереүселәре лә һаҡта тора, ул-был булып ҡуймағайы. Хәл белешеп, өйҙән-өйгә йөрөйҙәр. Заря ҡасабаһына барғандар икән, бер инәйҙең йортона керерлек тә түгел - ҡар баҫҡан. МЧС-никтар, тәү сиратта ирҙәр, көрәккә тотонғандар, инәйҙең керер ере, ишек алды тап-таҡыр булып ҡалған. 
Бер рәхмәттең - мең ярҙамы, янғын һүндереүселәр был ярҙамы өсөн инәйҙән әллә күпме яҡшы һүҙҙәр ишеткән, бына бит, уйламағанда, Раштыуа  байрамы мәлендә бит әле, ҙур сауап алдылар. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас