

Быны Свобода ауыл биләмәһе башлығы Фәнис Рахманғолов тиҙ арала хәл итте. Ҡаланан манипулятор, электриктар килтерҙе. Хатта үҙе башняға менеп ремонтлашырға ярҙам итте. Ауылыбыҙ ир-егеттәре Линар Тимербаев, Фларит Хәлилов, Маруф Атакузеев та эшләшергә килде. "Түкән" СПК-һы рәйесе Сергей Лобанов трактор бирҙе, Йәмил Рахманғолов башняға хәтлем юл таҙартты. Был эште тиҙ арала атҡарып сыҡҡан Фәнис Мансур улына һәм ярҙамлашҡан егеттәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Ҡылған изгелегегеҙ үҙегеҙгә мең игелек булыпҡайтһын.
Ришат ЙОМАҒОЛОВ, Кинйә-Абыҙ ауылы