Рәхмәт ишетеүе рәхәт
5 Февраль 2022, 05:44

Сюрприз

"Юшатыр" гәзите аша Свобода ауыл биләмәһе башлығы Фәнис Рахманғоловҡа рәхмәтемде еткергем килә. 

СюрпризСюрприз
Сюрприз

Ғинуар айының бер көнөндә минең өй ишегемде ҡыуаныслы сюрприз ҡаҡты. 80 йәшлек юбилейым менән ҡотларға Фәнис Мансур улы үҙе килде. Минең өсөн көтөлмәгән ҡыуаныслы ваҡиға булды ул. Ауыл тормошона тос өлөш индергәнде билдәләп, йөрәк түренән сыҡҡан ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, изге теләктәрен еткерҙе. Ҡотлау открыткаһы менән иҫтәлекле бүләк тә алып килгән.
Фәнис Рахманғоловҡа ҡоростай сәләмәтлек, уңыштар, ғаиләһенә, яҡындарына именлек теләйем. Кешеләргә, уларҙың тормоштарына ихтирамлы, иғтибарлы булғаны өсөн уға ҙур рәхмәт.
Оло хөрмәт менән Дарвина ҠАҘАҠБАЕВА, Түкән ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас