Все новости

Егәрле Гөлнарабыҙ

Беҙҙең Ҡансыра ауылында 1995 йылдан бирле Гөлнара Рәдүт ҡыҙы Федорова фельдшер булып эшләй. 

Егәрле Гөлнарабыҙ
Егәрле Гөлнарабыҙ

Ауыл халҡы уның эше менән һәр вағыт ҡәнәғәт, һөйөнөп бөтә алмай. Беребеҙҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, уға мөрәжәғәт итһәң өйгә килеп уколын да һала, кәңәштәрен дә бирә. ЭКГ үткәреү, ҡан алыу кеүек эштәрҙе лә еренә еткереп башҡара. Егәрле, тырыш Гөлнарабыҙ йөрөй алмаған оло быуын вәкилдәренә өйҙәренә барып медицина ярҙамын күрһәтә. Ошо көндәрҙә ул Ҡансыра ла ғына түгел, ә Егорьевка, Ивановка, Молокан, Ҡунаҡбай ауылдарына ла йөрөп эшләй.
Яҙҙың беренсе айында Гөлнара Федорова үҙенең алтын юбилейын билдәләй. Ошо форсаттан файҙаланып, уны матур байрамы һәм Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерле фельдшерыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, балаларының бәхетен күреп, оҙон ғүмер юлы үтеүен теләйбеҙ.
Гөлнара Рәдүт ҡыҙы тормош иптәше Леонид менән матур тәрбиә биреп ҡыҙҙары Светлананы Һәм улдары Сергейҙы үҫтерҙеләр. Балалары менән бергәләп пар ҡанатлы булып, ҡыуаныстарға, бәхеткә төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ.
Ҙур ихтирам менән Ҡансыра ауылы халҡы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: