

Беҙҙең Маяҡ ҡасабаһында, етәксеһе Сергей Петрович Губачев булған "Автоплюс" яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы, бына инде 3 йыл рәттән ҡар таҙалай. Уларҙың трактористары ла һайлап алынған кеүек, Илнур Хәсәнов, Рәфис Түләков һәм Николай Суворов, үҙҙәренә йөкмәтелгән эште еренә еткереп, намыҫлы башҡаралар. Иртәнге 6-7-ләрҙә таҙарта башлайҙар, беҙ уянып еткәнсе урамдар тап-таҡыр, ялтлап тора. Элегерәк берәйһе үлһә зыяратҡа юл ярырға кеше эҙләй инек, был ойошма кешеләре үҙҙәре белеп, юл таҙалаған һайын зыяратҡа ла юл яралар.
Рәис Искәндәров, Маяҡ ауылы
Фотола Рәфис Түләковтың ҡарҙар ярыусы ярҙамсыһы.
Хат тулы килеш гәзиттең йома һанында баҫылды.