Бөтә яңылыҡтар
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
12 Апрель 2022, 08:34

Бөтәһенә лә ҙур рәхмәт!

Ҡыҙыбыҙ Луиза Буранова “Юшатыр” гәзитенең махсус бүләгенә лайыҡ булыуына сикһеҙ шатбыҙ. 

Бөтәһенә лә ҙур рәхмәт!
Бөтәһенә лә ҙур рәхмәт!

Бәйгеселәрҙе дәртләндереп, ҙурлап торғандары өсөн “Юшатыр”ҙарға ҙур рәхмәт һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Луизаны еңеүгә илтеп, уның өсөн тауыш биргәндәрҙең барыһына ла гәзит аша рәхмәттәребеҙҙе юллайбыҙ. Мораптал ауыл биләмәһенә, Мораптал урта мәктәбенә, барлыҡ туғандарыбыҙға һәм уларҙың туғандарына, дуҫтарыбыҙға, уларҙың дуҫтарына, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙға, ҡоҙасаларыбыҙға, Дәүләкән, Бүздәк райондары, бөтә Башҡортостан, Себер, Ырымбур өлкәһе халҡына йөрәгебеҙҙән сыҡҡан оло рәхмәттәребеҙҙе юллайбыҙ. Шулай уҡ бәйгегә әҙерләгән етәкселәре Рәүеф менән Рәмзиә Әбйәлиловтарға, Луизаны яҡлап сараны ҡарарға барғандарҙың барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Рамаҙан айында бөтәгеҙгә лә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, тыныслыҡ теләйбеҙ.
Азамат, Рәмилә Бурановтар.

Автор: Дим Ильясов
Читайте нас