Рәхмәт ишетеүе рәхәт
20 Апреля 2022, 09:15

Ауылын онотмай

Тыуып үҫкән яҡтарын, ауылдаштарын кемдәр генә һағынмай ҙа, кемдәр генә күңелендә йылы иҫтәлек итеп һаҡламай икән.  

Ауылын онотмайАуылын онотмай
Ауылын онотмай

Ауылыбыҙҙан сит яҡтарға кейәүгә сығып киткән ҡыҙҙарыбыҙ етәрлек. Шуларҙың береһе, оҙаҡ йылдар инде Әбйәлилдә төпләнеп, матур ғаилә ҡороп йәшәп ятҡан Рузалия Йәүҙәт ҡыҙы Усмановаға (Үлмәҫбаева) рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе яҙып үткебеҙ килә.
Рузалия бик йыраҡта йәшәһә лә, тыуған ауылы Ялсыҡайҙы һис онотмай, ауылдаштар төркөмөндә яҙышып, хәлдәр белешеп, клубта үткән сараларҙы ла хуплап яҙып, беҙҙе дәртләндереп тора.
Әле бына, Айбулат туғаны аша беҙҙең клубҡа бик матур бейеү костюмдары биреп ебәргән. Алдан шылтыратып һорашты, кәрәк булырмы тип. Ярҙам итеүсе булғанда беҙ ҡыуанып ризалаштыҡ. Костюмдар шул тиклем матур, сағыу, күҙҙең яуын алып тора. Беҙҙең өсөн бик ҙур бүләк булды был, Алла бирһә клубта үткән сараларҙа уларҙы ҡулланырға яҙһын.
Ауылдашыбыҙ Рузалияға ҙур рәхмәт, һиңә бәхетле тормош, уңыштар, ғаилә именлеге, иҫәнлек, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! Һәр саҡ шулай сибәр, йомарт, яғымлы булып ҡал!
Хәлимә Аҡсурина, Ялсыҡай ауылы клубы мөдире

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас