Өйөбөҙгә әүерелде

Беҙҙең бәләкәстәрҙе 1 класста үҙенең эш оҫтаһы, Күмертау ҡалаһының алдынғы уҡытыусыларының береһе Ҡотлогилдина Клара Сәлим ҡыҙы үҙ ҡанаты аҫтына алды. 

Өйөбөҙгә әүерелдеӨйөбөҙгә әүерелде
Өйөбөҙгә әүерелде

Һәр баланың шәхес булып үҫешендә башланғыс кластар осоро - бик мөһим мәл булып тора. Клара Сәлим ҡыҙы һәр балаға көн һайын мәктәп ишеген асҡандан алып өйөнә ҡайтҡансы иғтибар, күңел йылыһы биреп төрлө яҡлап белем-ғилем тауына тәүге аҙымдар яһарға ярҙам итте.
Мең бала - шуныңса холоҡ! Уларҙың һәр береһенә яраҡлашып, уны шәхес итеп үҫтереүгә күп көс һалғанығыҙ өсөн Клара Сәлим ҡыҙы һеҙгә ҙур рәхмәт!
Беҙҙең уҡыусылар һеҙҙең, мәктәп коллективы тырышлығы менән Республика, ҡала, район кимәлендә үткәрелгән фәнни - ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында призлы урындар яуланы...

М.Исҡужин исемендәге Прогимназияның сығарылыш класы ата-әсәләре.

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

 

 

 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас