Былай ғына

Ул, артынан баҫтыралармы ни, ашығып килеп инде. 

Былай ғынаБылай ғына
Былай ғына

- Бына алығыҙ, рәхмәт.
Нимә булған, нимә өсөн беҙгә был торт - һорашып-һорашып та төбөнә төшә алманыҡ.
- Тыуған көнөңмө әллә?
- Юҡ.
- Ейәнең тыуғандыр, бәлки?

- Юҡ.

- Эшеңдә маҡталдың? 

- Юҡ.
- Хм.... Матур төн үткәрҙең дә ҡыуанысың эсеңә һыймаймы әллә?
- Юҡ.
- Улайһа, ни өсөн беҙгә торт бүләк итәһең?
- Былай ғына. Рәхмәт йөҙөнән. Булғанығыҙ өсөн рәхмәт. Интернетҡа ҡуйыр булһағыҙ, зинһар, исемемде яҙмағыҙ.
- ....
Көтөлмәгән, сәбәпһеҙ тиерлек бирелгән бүләктең ҡәҙере, баһаһы ҙур була икән (редакцияға йыш килмәй ул, шулай ҙа беҙҙе иҫенә алған, уйлаған, йыбанмай, килгән - кемгә тәтей бындай ҡәҙер?). Рәхмәт. Сәбәптәр эҙләмәй, былай ғына, рәхмәттәр әйтешкән ваҡыттар күберәк булһын икән.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас