

Һеҙҙең биргән тәрбиәгеҙ, тәрән аҡылығыҙ менән балаларыбыҙҙы дөрөҫ юлдан барырға өйрәттегеҙ. Уларҙың барлыҡ уңыштарында, донъяға ҡараштарында һеҙҙең ҙур өлөшөгөҙ бар. Беҙ һеҙҙең түҙемлелегеҙ алдында баш эйәбеҙ. Халҡыбыҙ тарихына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам, рух тәрбиәләү өсөн күп көс һалдығыҙ. Шулай уҡ еңел булмаған һөнәр эйәһе - тәрбиәсебеҙ Лилиә Рәми ҡыҙы Хисмәтуллинаға ла күңелебеҙ түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе, рәхмәттәребеҙҙе юллайбыҙ.
Лилиә Рәми ҡыҙы балаларыбыҙҙы яҡшыны ямандан айырырға, тиңдәштәр һәм өлкәндәр араһында үҙҙәрен тоторға, ниндәй кешелек сифаттарын ихтирам итергә, нимәнән һаҡ булырға өйрәтте. Уларҙы эшһөйәр, намыҫлы, яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләү өсөн ваҡытын, көсөн йәлләмәне. Балаларыбыҙҙы ҡурсалап, һәр яҡлап ярҙам итеп торҙо.
Илдар Хөрмәт улы, Лилиә Рәми ҡыҙы, һеҙҙең ауыр эшегеҙҙә еңеллектәр, түҙемлектәр, тик уңыштар ғына теләйбеҙ. Көн һайын уҡыусыларға иғтибар, күңел йылыһы биреп, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереп, тәүге яуаплы аҙымдарын яһарға ярҙам итәһегеҙ! Күпме бала – шул хәтлем холоҡ...
3-сө БРГИ-ның 11-се "Б" класс уҡыусыларының ата-әсәләре.
Был хат та тулы көйөнсә гәзиттә баҫылды.