

Ул барлыҡ килеп тыуған мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам итте. Балаларҙы алсаҡлығы, оло йөрәкле булыуы менән үҙенең артынан әйҙәне, белем тауына үрләргә ярҙам итте. Һәр кем ғилем биргән остазы тураһында күңелендә йылы тойғолар йөрөтә. Беҙҙең дә балалар һеҙҙе ололап иҫкә алыр, хөрмәт итер. Барлыҡ изгелектәрегеҙ, биргән белемегеҙ, ҙур тормош юлында ныҡлы баҫып торорға, юғалып ҡалмаҫҡа өйрәткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Филүзә Рәжәп ҡыҙы. Эшегеҙҙә тик уңыштар ғына юлдаш булһын.
Тәрбиәсе – изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүсе ул. Тик сәскән орлоҡтарҙан нимә үҫеп сығыр һуң?... Ете йыл буйы беҙҙең балаларыбыҙ өсөн, икенсе әсәй урынынан булған, ҡәҙерле Хисмәтуллина Лилиә Рәми ҡыҙына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ !...
3-сө БРГИ-ның 11-се "А" класс уҡыусыларының ата-әсәләре.
Рәхмәттәргә тулы хат гәзиттә тулы килеш баҫылды.