Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
10 Сентября 2022, 12:41

Бәлә-ҡаза урап йөрөһөн

Аяҙ көндә күк күкрәгәндәй булды беҙҙең башҡа төшкән бәлә. 

Бәлә-ҡаза урап йөрөһөн
Бәлә-ҡаза урап йөрөһөн

Былтыр йәй башында күҙ асып йомғансы бер нимәһеҙ тороп ҡалдыҡ. Бурҙан ҡала, уттан бер нимә лә ҡалмай, тип дөрөҫ әйтелә икән. Бындай ҡот осҡос бәләне кеше үҙ башынан үткәс кенә аңлайҙыр.
Ҡыҙыл әтәс нисәмә йылдар төҙөп, туплаған донъябыҙҙы, күҙ алдыбыҙҙа көлгө әйләндереп һалды. Шул саҡ, ҡулдар төшөп, баш эйелде лә инде. Артабан ни эшләргә? Кемдәрҙән генә ярҙам һорарға икән?- тип, ҡатты һеңгәҙәп ҡалған баш. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәнебеҙҙә, кире бороп сығарыусылар ҙа булды, шул саҡ уларға ҡарата үпкә хистәре лә тыуҙы.
Аллаға шөкөр, был донъяла изге йәнле кешеләр ҙә бихисап икәнен белгәс, күңелгә еңелерәк булып, күк йөҙөндә ҡояш ҡалҡып йәнгә йылы йүгергәндәй булды.
Бөгөнгө көндә, Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән яңынан өй күтәрҙек. Ошо еңел булмаған эште йырып сығырға ярҙам иткән һәр береһенә ихлас йөрәгебеҙҙән рәхмәт һүҙҙәрен еткергебеҙ килә. Мортаза Рәхимовтың "Урал" хәйриә фондына, уның генераль директоры Шириев Марсель Фәнис улына, Дмитрий Анатольевич Медведевтың Өфө ҡалаһындағы "Берҙәм Рәсәй" партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә эшләүсе апайҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә.
Айырыуса, Күмертау ҡалаһында урынлашҡан "Южурал-Ойл" ойошмаһының генераль директоры Зинур Закир улы Исхаҡовҡа оло рәхмәтемде белдерәм. Уға аптыраған көндән мөрәжәғәт иттем һәм ул бер икеләнеүһеҙ ыңғай яуап биреп ҡыуандырҙы. Төҙөлөш эштәре башланыу менән өйөбөҙгә пластик тәҙрәләр бүләк итте. Ошо көндәрҙә тыуған көнөң билдәләгән Зинур Закир улына, ҙур рәхмәттәр әйтеп, беҙгә күрһәткән изгелектәре үҙенә меңләтә әйләнеп ҡайтһын тип теләйбеҙ, тормошоғоҙҙа тик ҡыуаныстар ғына кисереп йәшәргә насип итһен Хоҙай.
Беҙҙең ҙур бәләбеҙҙән ситтә ҡалмай ярҙам ҡулы һуҙған һәр береһенә ҙур рәхмәттәр әйтәбеҙ. Ошондай ауыр мәлдәрҙә кешенең бер йылы һүҙе лә күңелде йылыта бит, йәшәүгә көс, дәрт өҫтәй.
Беребеҙгә лә бүтән ундай ҡайғылар, бәлә-ҡазалар күрергә яҙмаһын. Хоҙай Тәғәлә барыбыҙҙы ла афәттәрҙән аралаһын ине.
Нурзилә ИСМӘҒИЛОВА,
Таймаҫ ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: