Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
17 Сентября 2022, 10:16

Батырҙар рәтендә

Кисә Өфөлә бик шәп сара булды - Геройҙар ярышы.

Батырҙар рәтендә
Батырҙар рәтендә
Көйөргәҙе районы башлығы Юлай Ильясов унда йүгереп-һикергәндерме, белмәйбеҙ (һәр хәлдә, мәғлүмәт юҡ), шулай ҙа ул Батырҙар рәтенә инеп ҡайтҡан. Республика башлығы уға "Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн" тип Грамота биргән. Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш кереттең тип маҡтаған. 
Афарин! Геройҙар ярышында ниндәйҙер урын алыу бик мөһим түгел, бына был ҡаҙаныш мөһимерәк. Тормош майҙанындағы ярыштарҙа (тормош - көрәш) һәр саҡ алда булырға яҙһын, ҡотлайбыҙ, Юлай Талха улы! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: