Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
30 Сентября 2022, 16:39

Донъяларыбыҙ тыныс булһын

“Искра” ауыл хужалығы йыл да үҙенең ветеран хеҙмәткәрҙәрен Оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлай. 

Донъяларыбыҙ тыныс булһын
Донъяларыбыҙ тыныс булһын

Быйыл да улар был йоланан ситтә ҡалманы. Ғүмер буйы колхозда эшләгән, 82 йәшлек Мәрйәм инәй Манғотова ла был иғтибарҙан бик ҡыуанды.
- Беҙҙе онотмай, үҙҙәренең иғтибарҙарын бүлгәндәре өсөн “Искра” хужалығы рәйесе Рәмил Мостафинға, ул етәкләгән барлыҡ коллективҡа оло рәхмәтемде белдерәм. Аллаһы Тәғәлә үҙегеҙҙе һаулыҡтан айырмаһын, ә донъяларыбыҙ имен, тыныс булһын, - ти Мәрйәм инәй Манғотова.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: