Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
8 Октября 2022, 13:36

Рәхмәт һеҙгә, апайҙар!

Күмертау ҡалаһының өсөнсө Башҡорт республика гимназияһында етенсе синыфта уҡып йөрөйөм. 

Рәхмәт һеҙгә, апайҙар!
Рәхмәт һеҙгә, апайҙар!

Гимназияның ашханаһында тәнәфес ваҡытында тамаҡ ялғап алабыҙ. Оҫта ҡуллы ашнаҡсылар бар ризыҡты ла телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләй. Таҙа күркәм өҫтәлдәре, тәмле еҫтәре менән ҡаршылай беҙҙе гимназияның ашханаһы.
Беҙҙе тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризыҡтары менән ҡыуандырған ашнаҡсылар бына улар: Рахманғолова Лилиә, Рәзәпова Альбина, Әмирова Әлфирә, Әҙһәмова Рәйфә, Баһаутдинова Рәмилә, Шаһманова Зөләйхә.
Рәхмәт һеҙгә, апайҙар!
Азалия Кузбаева, Күмертау ҡалаһының өсөнсө гимназияһының 7 -се класс уҡыусыһы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: