Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
31 Октября 2022, 15:20

Бер утҡа, бер һыуға

Эш урынынан тороп (бил һыҙлап китте), тышҡа сығыуыбыҙ булды, янға Рено Дастер машинаһы шыжлап килеп туҡтаны.

Бер утҡа, бер һыуға
Бер утҡа, бер һыуға
Эсенән мөләйем генә бер ҡатын сыҡты:
- Как раз һеҙ кәрәк инегеҙ, шәп булды әле, - ҡулында бөкләй биреп тотҡан ҡағыҙы бар. Йөрәк табанға төштө, бына, килделәр, военкоматтан ахры (унда шунай матур ҡыҙҙар эшләй), повестка алып килгән. Һау бул, тыуған ил, туғандар, балалар, хушығыҙ, хыялдарым. 
Ҡағыҙҙы әҙәмсәрәк итеп тотоп, кирегә бөккәйне.... Рәхмәт хаты икән. Йөрәк урынына кире ҡайтты. 
Рәхмәт, Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы. Бер утҡа, бер һыуға һала белгәнегеҙ өсөн. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: