Был эштең башында ауылыбыҙ егете, үҙебеҙҙең уҡыусыбыҙ Әбйәлилов Салауат Наурат улы торҙо. Салауат бәләкәйҙән тырыш,үткер,әүҙем булды. Башҡорт Дәүләт Университетының экономия факультетында менеджмент буйынса диплом алып, Өфө ҡалаһында ғаиләһе менән төпләнгән егетебеҙ бик матур итеп йәшәй, эшләп йөрөй. Үҫеп килгән үҙ балаларына ла,туғандарына ла, ауылдаштарына ла бар яҡтан өлгө булып тора ул. Эше буйынса Башҡортостаныбыҙҙың бик күп ауылдарына ярҙам ҡулы һуҙған егетебеҙ, үҙ ауылының да ошо программала ҡатнашырға саҡырғас,шатланып риза булдыҡ. Сөнки мәктәбебеҙ 55 йыл ремонтһыҙ тора ине.
Тәүҙә ауыл халҡы менән йыйылыштар үткәреп, актив һайланыҡ, ҡултамғалар йыйҙыҡ. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға аҡсалата ярҙам һорап хаттар яҙҙыҡ. Аллаға шөкөр тип әйтә алабыҙ. Ауылыбыҙ тип,уның киләсәге, матурлығы өсөн хәләл көстәре менән тапҡан аҡсалары менән бүлешкән ауылдаштарыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ. Ялсыҡаев Мөхтәр, Марат Мөхәррәм улдары, Юлбарисов Рәмил Рәжәп улы, Исламгулов Ильшат Хөснөтдин улы, Исламғолов Мөнир Нәзметдин улдары аҡсалата ярҙам иттеләр. Программа буйынса 10% аҡсаны ауыл халҡынан йыйырға кәрәк ине. Яҡут халҡының элек-электән татыу,тырыш,дәртле икәнен беләбеҙ. Шулай булһа ла, халыҡтан аҡса йыйырға сыҡҡан ваҡытта әҙерәк йөрәк ҡурҡып торған һымаҡ ине. Әммә барлыҡ хафаланыуҙарым бушҡа сыҡты. Был юлы ла ауылдаштарым үҙҙәренең маладис икәнен иҫбатланы. Һәр-бер өйҙә яҡты йөҙ,тәмле һүҙ менән ҡаршы алып, хәленән килгәнсә аҡсаларын риза булып, матур теләктәрен теләп бирҙеләр.“Ауылдың теге осонда йөрөгәнһең, беҙҙең яҡҡа килмәйме икән ни тип уйлап тора инек”- тигән һорау менән көтөп торғандар ҙа бар ине. Кергәндә аҡсалары булмағандары, аҙаҡтан үҙҙәре өйгә килтереп тә бирҙеләр. “Аҡсаны газға, светкә, көтөүгә, мәктәпкә бирергә тип иҫәпләп, әҙерләп һалып ҡуйғанмын”- тигән хужалар ҙа булды. Шул һүҙҙәрҙе ишетеү йөрәккә май булып һылана ине. Был изге эшкә Яңы Мораптал уҡытыусылар коллективы ла үҙ өлөштәрен керетте.
Башланған эш, бөткән эш ти, халыҡ. Мәктәбебеҙҙең тирә-яғы матур яңы ҡойма менән уратылды. Был эште аукцион буйынса еңеүсе Никитин Денис Александровичтың бригадаһы башҡарҙы. Мәктәптең эсендәге ҡороған ағастарҙы ҡырҡыу, таҙартыу,ташыуҙы ата-әсәләр һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре үҙ өҫтөнә алды.
Ошо һауаплы, ҙур эште башҡарып сығырға ярҙам иткән бағымсыларыбыҙға, Салаут Наурат улына, Мораптал ауыл хакимиәтенә, ауылдаштарыбыҙға зур рәхмәтемде еткерәм. Һәр береһенә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, балалар ҡыуанысы, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйем. Эшләгән эштәрегеҙҙең, тапҡан донъяларығыҙҙың,үҫтергән балаларығыҙҙың, алған аҡсаларығыҙҙың, бер-берегеҙҙең рәхәтен, изгелеген күрегеҙ. Донъяларыбыҙ, ауылыбыҙ, илебеҙ тыныс булһын. Тормоштоң рәхәтен,йәмен,тәмен тойоп йәшәйек,хөрмәтле ауылдаштарым. Мин һеҙҙең менән ысын мәғәнәһендә ғорурланам!
Был программала быйылғы йылда ла ҡатнашырға уйлайбыҙ. Ниәттәребеҙ изге. Алла бойорһа, уныһы ла уңышлы булыр тигән өмөттә ҡалам.
Һау бул, ППМИ –2022! Һаумы, ППМИ-2023!
Гөлкәй ШӘМСЕТДИНОВА, Б.Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбе директоры