Мысыр дәүләтенән килгән ихтирамлы шәйех Абдул Моталлибҡа (үҙе ислам дине буйынса профессор, үҙе доктор, Ҡаһирәнең Әл-Әзһар мәсетендә хеҙмәт итә) Башҡортостан бик ныҡ оҡшаған булырға тейеш, бигерәк тә, Көйөргәҙе районы, Күмертау ҡалаһы. Ул беҙгә икенсегә килә. Үткәнендә "Юшатыр" гәзите унын ҙур ғына интервью алғайны, сит ил ҡунағы был материалды үҙе лә оҡшатҡан. Интервьюһында "Һеҙҙең аштарығыҙ төрлө, тәмле" тип тә маҡтап ебәргәйне. Халыҡты ла маҡтаны - ябай, ҡунаҡсыл, киң күңелле. Әйткәнен йәнә бер ҡат раҫлап, Үрге Бабалар ауылынан Әхтәм хәҙрәт Кинйәғолов һәм уның хәләл ефете Римма Аитбаева ханым шәйехкә күстәнәс биреп ебәргәндәр - бал, ҡорот, бауырһаҡ, бәлештәр....
Бары тип ғәрәпсә генә белгән Абдул Моталлиб шәйех, ҡыуанысынан нимә эшләргә лә белмәй тора икән, шул тиклем күп рәхмәт һүҙҙәрен әйткән - Әхтәм ағай менән Римма апай бер аҙ уңайһыҙланғандай ҙа булғандар. Рәхмәт һүҙҙәрен улар нисек аңлағандар, яндарында тәржемәсе лә булмаған? Матур һүҙҙәр һәр телдә бер төрлөрәк яңғырай, уларҙы аңлар өсөн полиглот булыу мотлаҡ түгел - барыһын да күҙҙәр ҙә әйтеп бирә ала.