Күмертау ҡала дауаханаһының хирургия бүлегендə дауаланып сығыуыма ла байтаҡ ваҡыт үтеп китте.
Ошо бүлектə эшлəүсе медицина хеҙмəткəрҙəренə яратҡан гəзитебеҙ аша рəхмəт һүҙҙəремде еткермəһəм, яҙыҡ булыр төҫлө.
Дауаханала ятыуҙың тəүге көндəрендə үк бында татыу коллектив эшлəгəне күҙгə ташланып тора. Ҡырмыҫҡа илəүе йəки бал ҡорттарының эшмəкəрлеге менəн дə сағыштырырға була.
Хирургия бүлеге мөдире Миһранов Нəғим Ғəлим улының ҡулы аҫтында эшлəүселəр барыһы ла үҙ эшенең оҫталары.
Хөрмəт менəн, Фəүзиə ИШКИНИНА, БР-ҙың мəғариф отличнигы, РФ-һы мəғариф өлкəһенең маҡтаулы хеҙмəткəре, Күмертау ҡалаһы.
Фəүзиə Ғирфан ҡыҙы был бүлектә эшләгән һәр береһенә әйткән рәхмәт һүҙҙәре тулы килеш 23 декабрь һанында гәзиттә баҫылды.