Бигерәк тә, тел фәне хаҡында һүҙ барғанда. Үтә яуаплы, ҡатмарлы эш был. Уҡыусы яҙмышы тураһында һүҙ бара, тураһын әйткәндә.
Бына әлеге башҡорт теле буйынса Төбәк -ара олимпиадаһына ла бик ентекле эҙләп, Башҡортостан буйлап һәйбәт уҡытыусыларҙы эҙләгәндәр. Береһен Күмертауҙан тапҡандар. Зилә Әбхәлимова. Зилә Салауат ҡыҙы эшенә етди ҡараған уҡытыусы ғына түгел, үҙ эшенә мөҡиббән бирелгән кеше. Олимпиадала ла шулай иткән: төптән фекер йөрөтөп, ғәҙел баһалаған балаларҙың эштәрен. Нимәһе ҡыуандыра: уның фиҙаҡәрлеген Мәғариф министрлығы күрмәй ҡалмаған. Рәхмәт, Айбулат Вәкил улы, ә, Зилә Салауат ҡыҙы, һеҙгә тағы ла ҙурыраҡ рәхмәт.