Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
16 Января 2023, 15:05

Бик шатбыҙ

Ошо көндәрҙә 40-50 градуслы сатлама һыуыҡтар беҙҙең Абдул ауылы халҡын һыуһыҙ ҡалдырҙы.

Бик шатбыҙ
Бик шатбыҙ

Һыу башняһы туңды. Ауыл халҡы үҙ көстәре менән рәтләп ҡаранылар, ләкин барып сыҡманы, ике көн һыуһыҙ булдыҡ.
Ауыл, район хакимиәттәренә мөрәжәғәт иттек. Улар артабан Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау идаралығына мөрәжәғәт иттеләр. Тиҙ арала уларҙың ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлегенән көслө техника ебәрҙеләр, һыуҙы эреттеләр.
Беҙгә ауыр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙған Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау идаралығынан Артур Саркисянға, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа, район хакимиәтенән Ринат Сәйфүтдиновҡа, Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы Юнир Сынбулатовҡа, ауылыбыҙ старостаһы Азат Ниғмәтуллинға, шулай уҡ ярҙамға сыҡҡан бөтә ауыл ир-егеттәренә ҙур рәхмәтлебеҙ.

Абдул ауылы халҡы исеменән Зөлфирә УСМАНОВА.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: