Фидәлиә Ғайса ҡыҙы балаларға ҡарата алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, йөрәк йылыһын таратып тәрбиәләүсе бер зат эйәһе. Беҙ, “Миләшкәй” төркөмөнә йөрөүсе балаларҙың атай-әсәйҙәре, юғары тәжрибәле тәрбиәсе ҡулдарында тәрбиәләнеүебеҙгә бик шатбыҙ! Беҙҙең дүрт кенә йәшлек кескәйҙәребеҙ Фидәлиә Ғайса ҡыҙын яраталар, ашҡынып, гөрләшеп йөрөйҙәр. Хатта ял көндәрендә лә үҙ тәрбиәсеһен иҫкә төшөрөп, һағынып торалар. Беҙҙең тәрбиәсебеҙ эшһөйәр бал ҡортолай бик уңған, тырыш, аҡыллы. Был һыҙаттар уның көндәлек эшмәкәрлегендә сағыла. Ул балалар менән иртәнге сынығыу күнегеүҙәрен, ҡыҙыҡлы дәрестәрен үткәрә, саф һауала йөрөтә һәм яңы белем асҡыстарын биреп кескәй дуҫтарын атай-әсәйҙәренә тапшыра. Балаларҙың көндәрен күңелле һәм бай йөкмәткеле итеп үткәреүе өсөн беҙ, атай-әсәйҙәр, бик ҡәнәғәт. Фидәлиә Ғайса ҡыҙы балаларҙың атай-әсәйҙәре менән мөнәсәбәт итеү серҙәрен дә яҡшы белә.
М.Исҡужин исемендәге Прогимназияһының “Миләшкәй” төркөмөнөң атай-әсәйҙәре исеменән Айгөл Ихсанова.
Хат тулы килеш гәзиттең үткән һанында баҫылды.