Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
22 Февраля 2023, 11:33

Тәмен татып йәшәгеҙ

Байрам өҫтәленә нимә ҡуйырға тигән проблема юҡҡа сыҡты.

Тәмен татып йәшәгеҙ
Тәмен татып йәшәгеҙ
Марсель Ярышев, ҡалала ла, районда ла билдәле эшҡыуар, билмән алып килгән. Үҙе яһаған билмәндәр. Был ризыҡты магазиндан алған юҡ, дөрөҫөндә. Бәләкәй саҡта ит турағыс аша итте үҙең үткәреп (ярығына бармаҡ та кереп, турала яҙған саҡтар булды), ҡамырҙы үҙең йәйеп яһалған билмәндәр юҡ хәҙер тип алмай инек. Тәме юҡ. Әммә Ярышевтар ғаиләһе (ҡатыны Дилара аш-һыуға ныҡ оҫта, ә, ысынында, уның белмәгән һөнәре юҡ, тик тора белмәгән уңған ҡатын) әҙерләгән билмәндән баш тартыу яҙыҡ, хатта гонаһ булыр. Ауыл билмәне һымаҡ тәмле улар. Был билмәнде ашаған кеше шунда уҡ ностальгияға бирелә - бала саҡтарына кире әйләнеп ҡайтҡандай була. 
Рәхмәт, Марсель Зәбихулла улы. Байрамыбыҙға йәм-тәм өҫтәгән өсөн. Үҙегеҙгә лә, тормоштоң барлыҡ йәмдәрен күреп, тәмдәрен татып йәшәргә яҙһын. 
Автор:
Читайте нас: