Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
22 Февраля 2023, 09:31

Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт

Шатлығым менән “Юшатыр” гәзите аша уртаҡлашырға булдым.

Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт
Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлап, ҡулыма ҡыҙыл диплом алыуға ирештем. Ошо шатлығым менән “Юшатыр” гәзите аша уртаҡлашырға һәм уҡыуҙа терәк булғандарға рәхмәт һүҙҙәремде еткерергә булдым.
Алдыма ҡуйған маҡсатыма ирешеүемдә уҡытыусыларға, бергә уҡыған тырыш, аҡыллы курсташтарыма, эштәге коллегаларға һәм уҡырға мөмкинселек биргән Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа ҙур рәхмәт! Һеҙҙең барығыҙҙың да ярҙамығыҙҙы тойоп, ышанысығыҙҙы аҡлауға ирештем тип ныҡлы әйтә алам.
Уҡыу барышында донъя илдәренең иҡтисадын, иҡтисади көрсөктән сығыу юлдарын табыу, Рәсәйҙең ауыл хужалығы тармағын һаҡлау һәм үҫтереү кеүек һорауҙарға тулы һәм ҡыҙыҡлы яуаптар эҙләнек.
Киләсәктә туплаған белемемде тыуған районым, республикам мәнфәғәте өсөн ныҡлы ҡулланырмын тип тырышасаҡмын.
Тимур ИҘРИСОВ, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: