Все новости

Рәхмәттәрем сикһеҙ

Үткән аҙнала район үҙәгендә осрашыуға саҡырҙылар.

Рәхмәттәрем сикһеҙ
Рәхмәттәрем сикһеҙ

Сәй артында матур әңгәмә барҙы. Күҙ йәштәребеҙ менән йылы итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Улдарын юғалтҡан әсәләргә иғтибар бүлгәне, яуҙа ятып ҡалған улдарыбыҙҙы онотмағандары өсөн Юлай Талха улына сикһеҙ рәхмәтлемен. Һәр беребеҙ менән ашыҡмай ғына һөйләшеп ултырҙы. Батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә сәскә һалып, бер минут тынлыҡ менән иҫкә лә алдыҡ. Аҙаҡ концерт ҡарап ял иттек, күңелдәр бушағансы илап та алдыҡ. Ихтирамығыҙ, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт Юлай Талха улы. Һеҙҙең эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем, иҫән-һау булығыҙ. Донъяларыбыҙ тыныс, имен булһын.
Тағы ла рәхмәттәрем бар. Ошо көндәрҙә ауылыбыҙҙа свет һүнде. Ҡараңғыла күңелһеҙ булғас, ятып торғайным, йоҡлап киткәнем. Бер заман дөбөр шатыр иткән ҡурҡыныс тауышҡа уянып киттем. Ҡараңғы өйҙә ныҡ ҡурҡтым, һуғыш башландымы, әллә ер тетрәнеме тип хафаландым...

Сәриә НУРИЕВА, Илкәнәй ауылы

Был хат тулы килеш гәзиттә донъя күрҙе. 

Автор:
Читайте нас: