Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
19 Апреля 2023, 11:58

Телде йоторлоҡ

Садыҡова Суфыя Дәүләтйәр ҡыҙы - Бөгөлсән ауылы урта мәктәбенең алмаштырғыһыҙ ашнаҡсыһы.

Телде йоторлоҡ
Телде йоторлоҡ

Уның урынында икенсе кешене күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Суфыя Дәүләтйәр ҡыҙы инде 16 йыл мәктәп балаларын тәмле ризыҡтар менән һыйлай, ошо йылдар дауамында уның аштары менән бер нисә быуын уҡыусылары туҡлана. Уның ҡамырҙан эшләгән тәмлекәстәре, аштары, салаттары телде йоторлоҡ була. Балаларға ризыҡтар оҡшамаған осраҡтар булғаны ла юҡ. Йыш ҡына уҡыусылар ашхананан сыҡҡанда уға рәхмәт һүҙҙәрен әйтә. Ашнаҡсыбыҙ уларҙы йылмайып ҡаршы ала һәм оҙатып ҡала. Суфыя Дәүләтйәр ҡыҙы үҙе һәр ваҡыт таҙа, бөхтә. Өҫтәлдәге һауыт-һабалар буш ҡалһа, ул шатлана ғына. Ашнаҡсыбыҙҙың ризыҡтарын беренселәрҙән булып 8 класта уҡыған игеҙәк улдары тәмләп ҡарай. Әгәр ризыҡ уларға оҡшаһа, тимәк, бөтәһенең дә күңелдәренә хуш киләсәк.
Күптәр ашнаҡсыбыҙҙың күп балалы әсәй булыуына ҡарамаҫтан, ҙур хужалыҡ алып барыуына хайран ҡалалар...

Хат тулы килеш гәзиттең үткән һанында баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: