Аҡһары ауылы янында буласаҡ бер кафе, тик был ғына етмəй, йəнə бер нисəне төҙөргə ине. Көйөргəҙе – ауыл хужалығы тармаҡлы район, төп иғтибар шуға бүленəсəк. Ҡатмарлы район тип əйтер инем. Үҙегеҙ күрəһегеҙ, əле уңыш йыябыҙ, бер ерҙə 25 центнер бирə, икенсеһенə - 5-6 центнер. Спирзаводты ла ошо ауыл хужалығы йүнəлешенə борорға иҫəп, əле бер нисə инвестор бар, улар менəн эшлəйбеҙ – завод терелеп китһə, ауыл үҫтергəнде эшкəртеү предприятеһы булыр ине.
Исем өсөн булһа ла, икенсе кандидаттан да белештелəр: башлыҡ булып китһəгеҙ, һеҙ нимə эшлəйһегеҙ? Данил Зиннəт улы телгə оҫта, йəштəрҙе ауылға ҡайтарырға кəрəк тигəн юҫыҡта байтаҡ телмəр тотоп ташланы. Йөҙөнə «барыбер мин булмайым башлыҡ, ниңə аптыратаһығыҙ» тигəн һүҙҙəр яҙылғайны ахры.
Тулы материал үткән һанда сыҡты.