Все новости
Район хакимиәтендә
27 Апреля 2018, 11:31

ИЛЕ БАРҘА - ЕГЕТ ХУР БУЛМАҪ

Кисә район хакимиәтендә Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәм буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар — Көйөргәҙе районы хеҙмәткә саҡырылыусыларына арналған сара уҙҙы.

Кисә район хакимиәтендә Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәм буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар — Көйөргәҙе районы хеҙмәткә саҡырылыусыларына арналған сара уҙҙы.

Сарала район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эрнест Кәбиров, «Рамаҙан» мәсете имам-хатибы Азат хәҙрәт, отец Сергий, Чернобыль фажиғәһе ветерандары, ауыл советы хакимиәте башлыҡтары, хеҙмәткә саҡырылыусылар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

- Чернобыль фажиғәһенә 32 йыл булды. Уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы 11 кеше, шулай уҡ үтә хәүефле подразделение ветерандары, уларҙың тол ҡатындары бөгөн беҙҙең арала. Әле залда 2018 йылда хеҙмәткә саҡырылыусыларыбыҙ ҙа ултыра. Һеҙҙе был сараға осраҡлы ғына саҡырманыҡ. Беҙ һеҙҙе Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан, үҙҙәренең хәрби һәм гражданлыҡ бурыстарын намыҫ менән үтәгәндәр менән бергә тәбрикләйбеҙ. Ғорурланыр, үрнәк алырлыҡ яҡташтарыбыҙ күп беҙҙең, - тине үҙ сығышында Әхәт Йәүҙәт улы һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҙур батырлыҡтар күрһәткән геройҙарыбыҙ, улар хөрмәтенә эшләнгән эштәрҙе барлап сыҡты, буласаҡ һалдаттарға изге теләктәрен еткерҙе.

Хәрби комиссар вазифаһын башҡарыусы Эрнест Кәбиров та әрмегә йыйынған 55 егетебеҙгә үҙенең кәңәштәрен, теләктәрен әйтте. Хеҙмәт итеп ҡайтҡандарға бик күп льготалар бирелеүен дә әйтергә онотманы ул.

Фажиғәлә ҡатнашҡан мәрхүмдәрҙе хәтергә алып, бер минутлыҡ тынлыҡ урынлаштырып, уларҙың тол ҡатындарына хөрмәт йөҙөнән гөлләмәләр тапшырғас, Чернобыль аварияһы ветерандары йәмғиәте рәйесе Рафиҡ Бикмаев буласаҡ һалдаттарға лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәрен теләне.

Буласаҡ һалдаттар ата-әсәләре исеменән һөйләгән Дилизә Бикҡужина: «Балаларыбыҙҙың үҫеп, буй еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Бына хеҙмәткә барырға ла ваҡыт еткән. Һеҙ унда ҙур тормош дәресе алып ҡайтырһығыҙ, тип ышанам. Ата-әсәләрегеҙҙе онотмағыҙ. Беҙгә һеҙҙән тик: «Әсәй, минең барыһы ла яҡшы» тигән бер СМС та етә», - тине. Ә хеҙмәткә алыныусылар исеменән Юшатыр ауылы егете Илдар Бикҡужин яҡшы хеҙмәт итергә, Ватан алдындағы бурысты лайыҡлы үтәргә һүҙ бирҙе. Юғары хәрби уҡыу йортона уҡырға барырға йыйыныусы, Ермолаевоның 1-се мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Михаил Чуев чернобылселәргә мөрәжәғәт итеп: «Һеҙҙең батырлыҡтың сиге юҡ. Һеҙ беҙгә ҙур өлгө булып тораһығыҙ. Хәрби профессияны иң лайыҡлыһы, тип һанайым. Илебеҙ өсөн кәрәк булһа, беҙ ҙә һеҙҙең кеүек ҙур батырлыҡтар эшләрбеҙ», - тигән ялҡынлы телмәр тотто.

Илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ рухы менән һуғарылған оло сара матур концерт номерҙарына, изге теләктәргә бай булды.



Читайте нас: