Янғын тураһында күп һөйләйбеҙ һәм яҙабыҙ. 1 майҙа сираттағы янғын булған. Бөгөлсәндә 5х6 майҙанлы һарай янып китә, ел дә көслө, күрше-тирә йорттарға бына-бына ут ҡабыу ҡурҡынысы янай. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе ауыл халҡы ҡаушап ҡалмай, утты һүндерә. Шулай, Геройҙарҙы беҙ әллә ҡайҙарҙан эҙләйбеҙ, ә улар беҙҙең арала йөрөй. Кисә район хакимиәтендә ошо янғынды күргәс юғалып ҡалмай, белдекле эш иткән батырҙарға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бына ул батырҙар:
Александр Потапов, Андрей Панков, Александр Кувайцев, Олег Щербатов, Павел Новиков.
Әйткәндәй, янғындар йыш ҡына ҡабатланып тора, йорт-ҡура тирәһендә һыҙылған шырпы бигерәк тә ҡурҡыныс, ярар ҙа, эргәлә Бөгөлсән кешеләре һымаҡ ҡыйыуҙар булһа. Ошо көндәрҙә элекке “Березка” балалар лагеры биләмәһендә лә янғын сыҡҡан. Был лагерь элек КүмАПП шәп саҡта гөрләп эшләй ине, хәҙер бер кемгә лә кәрәге юҡ. Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана.
Кемероволағы фажиғәле хәлдән һуң Күмертау ҡала прокуратураһы ҡаланың сауҙа комплекстарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү хәл-торошон ныҡлы тикшереп сыҡты. Шуның һөҙөмтәһендә «Ирәмәл», «Забота» сауҙа үҙәктәрендә, тағы бер шәхси эшҡыуарҙың сауҙа үҙәгендә бик күп етешһеҙлектәр табылды. Прокуратура был эште ҡала судына ебәрҙе. Судтан һуң был сауҙа үҙәктәренең ябылыу ихтималлығы бар.