Все новости

ҺАБАНТУЙ ӨСӨН РӘХМӘТ

Байрам үтте гөрләп, барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Килгән ҡунаҡтар ҙа Һабантуйҙы бик маҡтаған.

Байрам үтте гөрләп, барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Килгән ҡунаҡтар ҙа Һабантуйҙы бик маҡтаған.

- “Һабантуй – 2018” юғары кимәлдә үтте. Байрамды ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла ойоштороу комитеты исеменән ҙур рәхмәт әйтәм. Байрам матур үтһен өсөн ауыл советы хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы кооперативы етәкселәре, ойошмалар, предприятиелар, “Көйөргәҙе” ҡулланыусылар йәмғиәте, фермер хужалыҡтары башлыҡтары, спонсорҙар, эшҡыуарҙар, полиция хеҙмәткәрҙәре, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-комуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ойошмалары һәм башҡалар барыһы ла тырышты. Ҙур байрам бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт”, - тине район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин.

Байрамды үткәреүҙә тырышлыҡ күрһәткәндәрҙең барыһы ла кисә район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов ҡулынан Рәхмәт хаттары алды, янына ҡушып аҙ-маҙ аҡсаһы ла бар ине. Ә «Һабантуй-2018» һөҙөмтәләре буйынса 1-се дәрәжә дипломы менән Мораптал ауыл советы, 2-се дәрәжә дипломы менән Ермолаево ауыл советы һәм 3-сө дәрәжә дипломы менән Ленин ауыл советы бүләкләнде.


Читайте нас: