Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Бигерәк тә хәҙерге заманда табипһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Үткән шишәмбе көнө район хакимиәтендә тап ошондай изге һөнәр эйәләренә - Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған матур сара үтте.
Сараны үҙенең ҡотлау һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов асты.
- Йола булараҡ, йыл да Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйбеҙ. Табиптар электән ер йөҙөндә иң изге һөнәр кешеләре булған, улар бар һәм киләсәктә лә буласаҡ. Хөрмәтле аҡ халатлылар, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым.
Беҙҙең дә был өлкәлә билдәлелек алған яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Улар араһында Наил Ғатауллин, Марат Аҙнабаев, Мөхәррәм Бикбов, Әмир Ҡаҙаҡбаев, Ғәфүр Ишмөхәмәтов, Радик Бирҙин, Феликс Камилов, Тимур Псәнчин, Илдар Сыртланов, Әхтәм Фәйзуллин, Виктория Кочанова һәм башҡаларҙың исемдәре бар.
Бөгөн айырыуса һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ветерандарыбыҙға рәхмәт әйтәм. Рәжәп Юлбарисовҡа, Наталья Михайловаға, Роза Аҡһаринаға, Галина Ореховаға, Лира Мостафинаға, Юнир Мөлөковҡа, Раҡия Фәйзуллинаға, Альбина Әхмәтоваға, Наталья Сафоноваға, Любовь Касьяноваға һәм бар ғүмерҙәрен тиерлек табип һөнәренә арнаған башҡаларға рәхмәтлебеҙ. Һаулыҡ һаҡлау системаһының йәш кадрҙар менән тулылана барыуы – ҡыуаныслы күренеш. Ете йыл эсендә Ермолаево үҙәк дауаханаһына “Земский доктор” программаһы буйынса 15 табип, “Земский фельдшер” программаһы буйынса ике фельдшер эшкә алынды, - тине Әхәт Йәүҙәт улы һәм медицина өлкәһендә күрһәткән уңыштары өсөн аҡ халатлыларға район хакимиәтенең Почет грамоталарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Артабан сараға йыйылғандарҙың барыһын да һөнәри байрамдары менән Күмертау ҡала дауаханаһының баш табибы Олег Астахов ҡотланы. Ул медицина өлкәһендә эшләүселәргә еңел булмаған, тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар һәм түҙемлелек теләне. Ул да был өлкәлә тырышып эшләгәндәрҙе БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һәм ҡала дауаханаһының Почет грамоталары менән бүләкләне.
Медицина өлкәһендә династиялары менән хеҙмәт итеүселәр ҙә ситтә ҡалманы был байрамда. Таныҡлыҡтар һәм иҫтәлекле бүләктәргә эйә булдылар. Шулай уҡ ғүмерҙәрен халыҡтың һаулығын һаҡлауға бағышлаған башҡа бик күп медицина хеҙмәткәрҙәре Профсоюздан грамоталар менән бүләктәр алып ҡыуанды.
Аҡ халатлы фәрештәләребеҙ өсөн әҙерләнгән байрам “Йәшлек” мәҙәниәт йорто артистары сығышы менән үрелеп барҙы.