Все новости

МӘҢГЕЛЕК ТЕМА

Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы ғүмер буйы көрәшәбеҙ, ахыры, тик был мөхәббәт шикелле үк мәңгелек темалыр – бер килеп йәбештеме ҡуптарып та алып булмай.

Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы ғүмер буйы көрәшәбеҙ, ахыры, тик был мөхәббәт шикелле үк мәңгелек темалыр – бер килеп йәбештеме ҡуптарып та алып булмай.

Район хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышы булды. Район полицияһы бүлеге начальнигы урынбаҫары Илдус Мәхийәнов наркоманияға ҡаршы көрәште тасуирланы: быйыл ғына район ауылдары буйлап 12 рейд яһағандар, 9 ата-әсәне балалары эсеп эләккәне өсөн язаға тарттырғандар, мәктәптәрҙә наркотиктарға ҡаршы стендтар бар, профилактика алып барыла... Бындай ғына докладҡа район башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов риза булманы: «Һөйләүегеҙ шыма, һеҙҙе тыңлаһаң, барыһы ла һәйбәт, ә ысынбарлыҡта мин, беҙҙә барыһы ла ал да гөл, тип әйтмәҫ инем, – тине. – Фәлән ауылда төрмәлә ултырып сыҡҡан берәү наркотик һата, был хаҡта барыһы ла белә, тик бөтәһе лә, шул иҫәптән, һеҙ ҙә белмәмеш тә күрмәмешһегеҙ».

Был тәнҡит һауала аҫылынған килеш ҡалды. Артабанғы сығышында Илдус Финус улы «Мәк» операцияһына туҡталды. Һәр йылдағыса быйыл да ауылдарҙа үҫкән наркотиклы матдәле үләндәр менән көрәш аяуһыҙ бара. Яңыраҡ Таймаҫ, Свобода биләмәләрендә киндер үҫкән урындар табылды, береһендә – 30, икенсеһендә 32 квадрат метр. Ауыл башлыҡтарына уларҙы юҡ итергә күрһәтмә бирелде. 542 грамм наркотик тартып алынды, 4 кеше уларҙы һаҡлағандары өсөн яуапҡа тарттырылды. Был доклад бөткәс тә башлыҡтың әйтер һүҙе булды. «Бына, – тине ул, алдында ятҡан ҡағыҙҙарҙы һелкеп, – силсәүиттәрҙең наркотик матдәләргә ҡаршы көрәше хаҡында отчеты. Береһен асып ҡарайһың, ниндәй силсәүиттеке икәнен дә белеп булмай – бер ерҙә лә географик атама юҡ, башҡаларын ҡарайһың, кем яҙғанын күрәҙәсе аша ғына белеп була – имза тигән нәмә һалынмаған. Иптәштәр, был бит – документ, орҙом-бәрҙем генә отчет хаты яҙып һалмағыҙ бүтән».

Аҙаҡҡы докладсы булып Ермолаево дауаханаһы мөдире Анатолий Петрунин сығыш яһаны. Былтыр уҡыусы балаларҙан 145 кеше наркотик тест үткән, Аллаға шөкөр, барыһы ла имен-аман. Быйыл 44 бала тест үтеп өлгөрҙө. Районда 1 наркоман, 1 токсикоман иҫәпләнә. Анатолий Анатолиевичтың телмәре оҙон булманы, тик тиҙ генә трибунанан төшөп тә китә алманы: Әхәт Йәүҙәт улын наркомандар менән нисек конкрет эшләүҙәре ҡыҙыҡһындырҙы. Табиптың яуабы гел үҙе менән: ай һайын тикшерәбеҙ, кем иҫәптә тора, кем күҙгә эләккән, барыһы ла килә, тик берәүһе генә ҡасып йөрөй. Тота алмайбыҙ. Беҙҙең ведомство-ара бәйләнеш насар шул, һәр беребеҙ үҙенсә эшләп маташа, тине Башлыҡ. Шуға ла һөҙөмтә насар. Тикшереүселәр күп хәҙер, килә лә, тегенең насар, бының ҡыйыш, тип аҡыл өйрәтә башлай, ә шул ҡыйышты төҙәтеү өсөн аҡсаң бармы, тип һорамай, Әхәт Йәүҙәт улы нимә йәнен өйкәй, шуларҙы әйтеп һалды, ахыры, барыһы ла аңлаған ҡиәфәттә тыңлап ултырҙы. Ошоноң менән тамам булды ултырыш, барыһы ла эш урынына ашыҡты, уларҙы унда наркотиктарҙан тыш тағы ла йәһәннәм мәңге бөтмәҫ эштәр көтә ине... Ниндәйҙер тикшеренеүсе килеп төшкәнсе, бәлки, нисек тә берәй ҡыйышты төҙәтеп өлгөрөп булыр.


Читайте нас: