Все новости
Район хакимиәтендә
16 Августа 2018, 16:57

Ун өстөң бәхете

Көйөргәҙе районына Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Михаил Закомалдин килде. Эш сәфәре район үҙәгендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһынан башланды. Был көндө Көйөргәҙе районында 13 кеше яңы фатир асҡыстары алып ҡыуанды.

Көйөргәҙе районына Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Михаил Закомалдин килде. Эш сәфәре район үҙәгендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһынан башланды. Был көндө Көйөргәҙе районында 13 кеше яңы фатир асҡыстары алып ҡыуанды.


Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов өй туйлаусыларҙы ҡотлап сығыш яһаны. «Муниципаль районда 148 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бала иҫәпләнә. 2018 йылдың 1 авгусына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса торлаҡ алыу өсөн 82 бала сиратта тора. Йыл да федераль һәм республика бюджетынан был категорияға ингән балаларға торлаҡ алыу өсөн аҡса бүленә. 2013-2017 йылдарҙа барлығы 43, шул иҫәптән 2017 йылда 11 фатир һатып алынды. 2018 йылда федераль һәм республика бюджетынан торлаҡ алыу өсөн 11 млн. 260 мең һум аҡса бүленде. Бөгөн беҙ 13 Көйөргәҙе гражданына бер бүлмәле фатирҙар асҡысы тапшырабыҙ. Улар араһында 7 ғаилә пары булыуы һәм уларҙың күптәренең ғаиләләре тиҙҙән тағы ла артырға тороуы ҡыуандыра», - тине Әхәт Йәүҙәт улы һәм фатир алыу бәхетен татыусыларға иң изге теләктәрен юлланы. Район башлығы ике ҡатлы бинаға тиҙ арала ремонт эшләгән инвесторҙарға - яҡташыбыҙ Илдар Тәлғәт улы менән Анна Васильевна Йәнбирҙиндарға, төҙөүселәргә оло хөрмәтен белдереп, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Фатирлы йәштәргә: «Был яҡты, йылы, йәмле бер бүлмәле фатирҙар һеҙҙең өсөн тик тәүге капитал. Артабан һеҙ үҙегеҙҙең тырышлыҡ менән тағы ла ҙурыраҡ торлаҡ алырһығыҙ йә шәхси йорттар һалып сығырһығыҙ», - тигән ышанысын белдереп, Әхәт Ҡотлоәхмәтов һүҙҙе Михаил Закомалдинға бирҙе.

- Мин апрелдә бында булғанда Көйөргәҙегә тағы килергә вәғәҙә иткәйнем. Тәүҙә бөгөн фатир асҡыстары алыусы йәштәрҙе иң бәхетле көндәре менән ҡотлайым һәм был йортҡа сифатлы ремонт эшләүселәргә оло рәхмәт әйтәм, - тине Михаил Иванович.

Йортҡа ремонт эштәрен башҡарыусы, запастағы полковник, «Теплосервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Тәлғәт улы Йәнбирҙин: «Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға дәүләт ҙур ярҙам күрһәтә. Рәсәй һәм республика хөкүмәте, район хакимиәте ярҙамы менән бөгөн 13 кешегә фатирлы булыу бәхете йылмайҙы, ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өҫтөндө тырышып эшләнек», - тине.

Артабан Михаил Закомалдин Ермолаевоның бер нисә учреждениеһы менән яҡындан танышып сыҡты. «Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто» директоры Николай Варнавский бинаның ныҡ иҫке булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, бында ифрат ҙур ремонт эштәре кәрәклеге хаҡында бәйән итте. Михаил Иванович уны ентекле тыңлағас, бинаны төрлө яҡлап фотоға төшөрөп ебәрергә ҡушты.

Сиркәүгә кереп, ғибәҙәт ҡылып сыҡҡас, ҡунаҡтар Ермолаевоның 1-се һанлы урта мәктәбен ҡарап сыҡтылар.

Көйөргәҙе районындағы эш сәфәре һуңында Михаил Закомалдин эшлекле һәм ҡыҙыҡлы осрашыу ойошторғандары өсөн район хакимиәтенә ысын күңелдән рәхмәт әйтте.

Йорт туйлаусыларға өҫтәл һәм ултырғыстар алыр өсөн финанс ярҙам күрһәтеүсе: «Деловой лес» (А.Р. Күсәрбаев), «ИНХО үҙәге (Ф.Н. Басимова), «Хорс» (И.Ю. Мячин), «Ермолаево икмәге» (А.И. Разводов), «АБС» (Д.А. Никитин) йәмғиәттәре етәкселәренә, фермерҙар А.Р. Альмашев, А.В. Симаков, Ю.И. Ермаков, С.В. Малейкин, шәхси эшҡыуарҙар Е.Н. Зарубина, М.Х. Яҡшыбаев, В.В. Фросина, Р.Ғ. Хәбибуллиналарға район хакимиәте һәм фатир хужалары оло рәхмәт белдерә.
Читайте нас: