Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтендә район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова етәкселегендә ВИЧ-инфекция, эскелек һәм алкоголизмды профилактикалау комиссияһының сираттағы ултырышы үтте.
Быйыл был комиссия тәүгә йыйыла, һирәк кенә булһа ла, проблемалары баштан ашҡан уның. Әлеге комиссия эшендә табиптар, ҡаланың СПИД үҙәге, Роспотребнадзор, полиция, власть вәкилдәре ҡатнашты.
Районда бөгөнгө көнгә 117 СПИД йөрөтөүсе һанала, йылына 5280 кеше ВИЧҡа тикшереү үтергә тейеш булһа, беҙҙә ни бары 664 кеше генә тикшерелгән, был йәһәттән ныҡлы эш алып барыу тора. Дөйөм халыҡ һанының, һөҙөмтәлә, 7%-ы ғына тикшерелгән килеп сыға, Күмертауҙа, мәҫәлән, был күрһәткес - 24%. ВИЧ йөрөтөүселәр артҡандан арта, ҡайһы берҙәрендә СПИД табылһа ла, ул табипҡа килмәй ҡасып йөрөй, ундайҙарҙы тиҙ арала табып, иҫәпкә ҡуйырға кәрәк, тип килештеләр. Районда замандың яман сирен йоҡторған 14 кешенең ҡайҙа икәнен белеүсе юҡ, әллә тере түгелдәр, әллә ниндәйҙер тарафтарға сығып киткәндәр. Иң күп ауырығандар 30-50 йәшлек кешеләр, мәктәптәрҙә табиптар менән осрашыуҙар булып тора, тик әлеге өлкәндәр менән кем һөйләшә лә кем аңлата - быныһы ла ҙур һорау. СПИД Үҙәк мөдире Л. Живодерова һәр саҡтағыса эмоциональ булды: әллә һәр береһенә Изделие №2 өләшеп бирергә инде, кем менән йоҡлағанын, ҡайҙа йоҡлағанын күптәр уйлап та бирмәй, юғиһә.
Киләһе ултырышҡа ҡәҙәр, бөгөн яңғыраған хаталарҙы төҙәтеп, эшләнеп бөтмәгән эштәрҙе башҡарып ҡуйырға килешелде.