Все новости
Район хакимиәтендә
31 Августа 2018, 11:12

ӘҘЕРБЕҘ

3 сентябрь бар илебеҙ өсөн ҡара хәрефтәр менән яҙылған көн. Террорсылар Бесланда 14 йыл элек балаларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе мәктәптә тотҡонға алдылар. Бындай енәйәт кешелек тарихында булмағайны ла шикелле. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса Бесланда 335 кеше һәләк булды, шуларҙың 186-һы балалар.

Был әсе һабаҡты иҫәпкә алып, йыл да уҡыу йылы башланыр алдынан бар ерҙә лә мәктәптәрҙе ентекле тикшерәләр, 1 cентябрҙә бар һаҡлыҡ саралары күрелә. Кисә район хакимиәтендә үткән терроризмға ҡаршы комиссия ултырышында тап ошо хаҡта һүҙ барҙы. Район башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов еткәселегендәге комиссия һәр мәктәп уҡыу йылын нисек ҡаршылай, бар һаҡлыҡ саралары ла күрелгәнме, кем нимә өсөн яуап бирә - ошо хаҡта ентекле һөйләште. Тиҙҙән БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға ла һайлауҙар була, был мөһим сарала ла терроризм йәһәтенән барыһы ла тәртиптә һәм әҙер булырға тейеш, һөйләшеүҙә быныһы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Барлыҡ был темалар буйынса район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова, полиция бүлеге начальнигы урынбаҫары Илдус Мәхийәнов, мобилизация әҙерлеге секторы мөдире Андрей Бочков, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ирек Мөхәмәтшин һәм башҡалар сығыш яһаны.
Читайте нас: