Кисә район хакимиәтендә район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов рәйеслегендә наркотиктарға ҡаршы комиссияның сираттағы киңәйтелгән ултырышы уҙҙы.
Комиссия квартал һайын үткәрелһә лә, һорауҙар күп. Бәлиғ булмағандар араһында наркотик матдәләргә ҡаршы эш алып барыу буйынса мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Елена Кирюшина сығыш яһаны. Ул мәктәптәрҙә был йүнәлештә төрлө саралар: тест һорауҙарына яуап биреү, әңгәмәләр, конкурстар, акциялар үткәрелә, наркопост эшләй, тине. Иҫәптә торған үҫмерҙәрҙең барыһы ла йәйге лагерҙарҙа ял иткән. Шулай уҡ ул тест үткән 49 кешенең береһенең дә наркотик матдәләр ҡулланыуҙары асыҡланмауын белдерҙе. Прокурор ярҙамсыһы Ирина Климова: «Докладта бөтәһе лә шыма ғына күрһәтелә. Әммә борсолорлоҡ урын бар. Бына Ермолаевола 9-сы класты тамамлаған бер уҡыусы ҡыҙ мәктәпкә лә йүнләп йөрөмәгән, ҡалала фатир яллап йәшәгән, шул уҡ ваҡытта наркотик ҡулланып тотолған», - тине. Әхәт Йәүҙәт улы ла: «Ике мең ярым баланың ни бары 49-ы ғына тест үткән. Был бик аҙ», - тип белдерҙе.
Полиция начальнигы Ринат Әбсәләмовтың һөйләүе буйынса, районда киндер, мәк үҫентеләренә ҡаршы көрәштә лә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр юҡ тиерлек. Быйыл ғына киндер үҫкән 9 урын табылған, шуның 3-һө Яҡшымбәт силсәүитендә. Яҡшымбәт силсәүите башлығы Юнир Сынбулатов: «Сараһын күрҙек, был ерҙәр «Искра» хужалығына ҡарай, ферма янында үҫә, хужалыҡ етәксеһенә хат яҙҙыҡ», - тигән аңлатма бирҙе.
Ермолаево дауаханаһының мөдире Анатолий Петрунин районда әлеге көндә табип-наркологтың булмауына борсолоу белдерҙе. Күбеһенсә вахтанан ҡайтҡандарҙың эсеү менән мауығыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әхәт Йәүҙәт улы ла был хаҡта: «Эйе, вахтанан аҡса эшләп ҡайталар ҙа, ауылда эсеп яталар. Үҙҙәре генә эсмәй әле ул, башҡаларҙы ла эсергә йәлеп итә. Шулар менән нимә эшләйһегеҙ һуң?» - тигән һорау ҡуйҙы. Силсәүиттең дә, врачтың да яуабы бер ине: «Бер ни эшләп булмай. Үҙҙәренең теләгенән тыш, уларҙы көсләп дауалап булмай». Тик ундай Себер ирҙәренең күҙҙәренә ендәр күренә башлағас, үле хәленә етеп, үҙҙәре ярҙам һорағас ҡына дауаханаға алып киләләр.
Халыҡтың ҡаланан 100 һумға ғына литр ярым һауыттарҙа спиртлы эсемлектәр һатып алыуҙары хаҡында ла әйтелде кәңәшмәлә. Унда 10-ды алһаң, 11-сеһен бушҡа бирәләр икән, хатта. Шулай уҡ магазиндарҙа иркен һатылған бәләкәй газ баллондарын да наркотик матдә булараҡ ҡулланыуҙары һәм республикала шул арҡала быйылғы йылда ғына 3 үлем осрағы булыуы хаҡында ла әйтмәй ҡалманылар комиссия ағзалары.