Все новости
Район хакимиәтендә
26 Октября 2018, 13:02

ХӘРБИ ИҪӘПТЕ АЛЫП БАРЫУСЫЛАР БИЛДӘЛӘНДЕ

Кисә район хакимиәтендә хәрби иҫәпте алып барыу эштәре буйынса кәңәшмә үтте.

Кисә район хакимиәтендә хәрби иҫәпте алып барыу эштәре буйынса кәңәшмә үтте. Бында мобилизация әҙерлеге, гражданлыҡ оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлек мөдире Андрей Бочков, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эрнест Кәбиров ҡатнашты.


Эрнест Камил улы хәрби иҫәп алыусылар эше буйынса отчет тотоп, артабан нисегерәк эшләргә кәрәклеге хаҡында кәңәштәрен биргәс, был өлкәлә уңыштарға өлгәшеүселәрҙе, ойошмаларҙы билдәләне.

Йыл да үткәрелә килгән хәрби иҫәпте алып барыусы ойошмалар араһындағы конкурста силсәүиттәр араһында тәүге урынды Ермолаево ауыл советы яуланы. Икенсе урынға Зәк-Ишмәт, ә 3-сө урынға Бахмут ауыл советы сыҡты.

Район предприятиелары һәм ойошмалары араһында еңеүсе тип Көйөргәҙе районы хакимиәте танылды. 2-се урынды «Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге», ә 3-сөнө «Коммунальник» йәмғиәте алды. Был эш өсөн яуаплы булғандарҙың барыһына ла Маҡтау грамоталары тапшырылды.

Артабан хәрби иҫәп һәм граждандарҙы бронләү эшенең етешһеҙлектәре хаҡында ла һөйләшеү булды.
Читайте нас: