Все новости
Район хакимиәтендә
9 Ноября 2018, 14:21

БЕРҘӘМЛЕК ТАЛАП ИТӘ

Кисә район хакимиәтендә дәүләт конфессия-ара бәйләнештәр комиссияһы ултырышы үтте.

Кисә район хакимиәтендә дәүләт конфессия-ара бәйләнештәр комиссияһы ултырышы үтте.


Ауыл хакимиәттәре эштәр идарасылары, мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары етәкселәре ҡатнашлығындағы сараға һәммәһе 4 һорау сығарылды. Шуларҙың тәүгеһе буйынса хакимиәттең йәштәр комитеты баш белгесе Виктория Кудинова сығыш яһаны. Йыл буйына нисәмә сара үткән (быларына спорт, мәҙәни, сәйәси саралар инә), ниндәй акциялар, конференция-ғәләмәт үткәргәндәр барыһы хаҡында ярайһы оҙон ғына һөйләне. Районда 14 йәштән 30 йәшкә тиклем кешеләр һаны 4545 икән, әлбиттә, улар барыһы ла үткәрелгән сараға атлығып килмәй, йәштәребеҙ бик һүлпән, тине Виктория Анатольевна. Уларҙы урынынан ҡуҙғатыу өсөн әллә күпме көс түгергә тура килә. Комиссияны алып барыусы район Советы сәркәтибе Әхәт Исламғолов: «Бына шул өйҙә ултырғанмы, ҡайҙалыр йөрөгән йәштәр менән күберәк эш алып барырға кәрәк, ундайҙар башын интернеттан ала алмай, беҙгә күп эште интернет киңлектәрендә алып барыу мотлаҡ», - тине. Кудинова, интернет менән беҙ дуҫ, йәштәрҙе алама ҡылыҡтарҙан ҡотҡарыу маҡсатында быйыл интернеттағы 20 алама төркөмдө ябыуға ирештек, тип яуапланы.

Артабанғы һүҙҙе мәғариф хеҙмәткәрҙәре алды. Хакимиәттең мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова бик тәфсирләп туған телде балалар нисек уҡығанын теҙҙе. Районда һәммәһе 2322 уҡыусы бала иҫәпләнә, шуларҙың 819-ы башҡорт, 309-ы татар, 144-е сыуаш балаһы. Башҡорт телен туған тел булараҡ 590 бала уҡый, татар балаларынан 161-е үҙ телен туған тел булараҡ өйрәнһә, сыуаштарҙа был күрһәткес – 50. Дөйөм алғанда телдәрҙе өйрәнеү буйынса хәлдәр һәйбәт, тине Ирина Ринат ҡыҙы, улай-былай аңлашылмаған ерҙәр юҡ. Китаптар менән дә хәлдәр насар түгел, башҡорт теле дәреслектәренең күбеһе федераль исемлеккә инмәү сәбәпле, ҡыйынлыҡтар тыуа – балалар рус телендә уҡырға мәжбүр.

Артабан сығыш дилбегәһен мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова алды. Ул да оҙон итеп ниндәй саралар үткәнен теҙҙе, барлығы бер йылда ғына районда 7320 сара үткән. Һәр милләт, һәр ауыл бик әүҙем ҡатнашҡан, милләт-ара дуҫлыҡты нығытҡан. Ә. Исламғолов сығышығыҙ бик шәп тә, райондың барлыҡ ауылдары ла ҙур байрамдар үткәрмәне, киләһе йыл һәр ауылда масштаблы байрамдар яһарға кәрәк, тине.

Комиссия ултырышын уның сәркәтибе Ләйсән Нуриәхмәтова йомғаҡлап ҡуйҙы. Алдараҡ үткән ошондай ултырышта фәлән нәмәне эшләргә, төгәнде төҙәтергә, тигән һымаҡ күрһәтмәләр бирелгәйне. «Беҙҙең иң ауыртҡан ер мәсет һәм уларҙың ерҙәрен теркәү булды. Күп эш башҡарылды был йәһәттән, тик 5 ойошма ғына теркәлмәй ҡалды – Зәк-Ишмәт, Яҡшымбәт, Керәүле, Илкәнәй ауыл советтарында урынлашҡандары. Ошо эште башҡарыр өсөн ауыл хакимиәттәре (һеҙ уҡымышлы кешеләр, муллалар, бәлки, интернетта ла ултыра белмәйҙер, кәрәкле документ тултыра алмауы ла бар) дин әһелдәренә ярҙам итһен. Бергә эшләһәк кенә һәйбәт һөҙөмтәгә ирешербеҙ», - тине.

Ысынлап та, дин эше булһынмы, башҡа эшме, һәр береһе берҙәмлек талап итә. Милләт, конфессия хаҡында һүҙ алып барғанда, берҙәмлек төшөнсәһе иң алдан барырға тейешле. Ошондай ултырыштарҙа күтәрелгән мәсьәләләр быны һәр саҡ иҫбатлай.
Читайте нас: