Все новости
Район хакимиәтендә
25 Декабря 2018, 14:34

МӨҒЖИЗӘ ӨЛӘШТЕ

Яңы йыл байрамы алдынан кескәй балалар, мәктәптәр уҡыусылары өсөн Шыршы байрамдары үткәреү, бүләктәр тапшырыу - йылдың-йылы башҡарыла торған күркәм йолаларыбыҙ.

Яңы йыл байрамы алдынан кескәй балалар, мәктәптәр уҡыусылары өсөн Шыршы байрамдары үткәреү, бүләктәр тапшырыу - йылдың-йылы башҡарыла торған күркәм йолаларыбыҙ.


Үткән йома көндө Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов Ермолаево ауылындағы социаль приютта тәрбиәләнеүсе балаларға бүләктәр тапшырырға тип килде. Ниндәй генә тормош ауырлыҡтарына дусар булмаһындар, бындағы балалар Яңы йылдан мөғжизә көтә, шуға ышана. Әхәт Йәүҙәт улы приютта тәрбиәләнеүселәргә ҡулынан килгәнсә мөғжизә өләште. Был изге эштән ул үҙе лә, балалар ҙа ысын ҡәнәғәтлек кисерҙе.
Читайте нас: