Все новости
Район хакимиәтендә
29 Декабря 2018, 14:01

«ОҘАҠ ЙЫЛДАР ЙӘШӘГЕҘ!»

Яңы йыл алдынан район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, уларға тиңләштерелгәндәрҙе байрам менән ҡотланы.

Яңы йыл алдынан район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, уларға тиңләштерелгәндәрҙе байрам менән ҡотланы.


Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әҙеһәм Айсыуаҡовты, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына тиңләштерелгән Евгений Жигаловты, балиғ булмаған көйөнсә концлагерь ғазаптарын татыған Тамара Бикусованы хакимиәт башлығы өйҙәренә барып ҡотланы һәм уларға үҙенең иң изге теләктәрен еткерҙе.

Тағы бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ишморатов ошо көндәрҙә дауаханала ята. Район етәксеһе уны ла күҙ уңынан ысҡындырманы, Рәшит Әхмәҙулла улын ҡотлау өсөн дауаханаға барҙы.

- Мин ауыр тормош юлы үтһәләр ҙә, һынмай ғәзиз илебеҙ өсөн көрәшкән, унан һуңғы йылдарҙа илебеҙ именлеген нығытҡан кешеләр менән аралашҡанда оло тулҡынланыу ҙа, ғорурлыҡ та кисерәм. Тормошобоҙға йәм биреп оҙаҡ йылдар йәшәгеҙ әле, ауырыуҙарға бирешмәгеҙ, ҡәҙерле ветерандар. Әле беҙгә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын бергә ҡаршы алаһы бар. Шулай булғас, бирешмәйек! – тине Әхәт Йәүҙәт улы.
Читайте нас: