Все новости
Район хакимиәтендә
18 Января 2019, 14:00

ЭШ СӘФӘРҘӘРЕ ДАУАМ ИТӘ

Был аҙна башында Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов эш сәфәре менән Керәүле-Илюшкин ауыл биләмәһе ауылдарында булды.

Был аҙна башында Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов эш сәфәре менән Керәүле-Илюшкин ауыл биләмәһе ауылдарында булды.


Әхәт Йәүҙәт улы Кинйәбай ауылының фельдшер-акушер пункты хәл-торошо менән яҡындан танышты. Урындағы етәкселек менән берлектә, уға ремонт эшләргә кәрәк, тигән фекергә киленде. Юлдар был яҡтарҙа арыу тигән һығымта яһанылар.

Район башлығы мәктәптәрҙә яңыраҡ сафҡа индерелгән йылы бәҙрәфтәрҙең хәл-торошона күҙ һалды.

Мәктәп уҡыусылары менән дә йәнле әңгәмә ҡорорға ваҡыт тапты ул. Павловка мәктәбе уҡыусылары Әхәт Йәүҙәт улына үҙҙәре яһаған шыршы бүләк итте. Хәйләкәр булып сыҡты улар: шыршы бирҙеләр ҙә, беҙгә саңғы кәрәк бит әле, тигән үтенес белдерҙеләр. Район башлығы балаларҙың һүҙҙәрен йыҡманы, биш пар саңғы бүләк итермен, тип вәғәҙәләне.

Башлыҡ тик балалар менән генә һөйләшеп-әңгәмәләшеп ҡалманы, ололар менән дә осрашты. Ололар үҙҙәрен борсоған сүп ташыу, баҫыуҙарҙы тапаусы малдар мәсьәләләре буйынса район башлығы менән фекер алышты, уға үҙҙәренең үтенес-теләктәрен еткерҙе.

Шаршамбы көндө лә район башлығының эш сәфәрҙәре дауам итте: ул Яҡшымбәт яҡтарына юл алды. Мәктәптәр торошо менән яҡындан танышты. Был яҡтарҙа мәктәптәр күп, Яҡшымбәттең үҙендә интернат бар, Әхәт Йәүҙәт улын интернаттың хәле ҡыҙыҡһындырҙы. Бында балалар баҡсаһы һәм музыка мәктәбе лә урынлашҡас, иғтибар айырыуса кәрәк. Интернаттағы хәлдәр барыһы ла һәйбәт тип әйтергә була, бары тик йылытыу торбалары ғына иҫкергән, быйыл уларҙы алмаштырырға әҙерләнәләр.

Әхәт Ҡотлоәхмәтов төпкөлдәге Ҡотлоюл мәктәбенә лә барҙы. Уҡыу йорто ҙур булһа ла, балалар аҙ - 13 кенә бала белем ала. Күп ерҙәрҙәге кеүек заманында елле бина төҙөлдө лә, хәҙер бында башланғыс кластар ғына тороп ҡалды.

Түбәнге Бабалар мәктәбенә былтыр ғына йылы бәҙрәф ҡуйылды, быны ла күреп сыҡты башлыҡ.

Көйөргәҙе ауылында Петровтар ғаиләһе ғаилә төркөмө асҡан, был - бөгөнгө көндә актуаль хәл, Әхәт Ҡотлоәхмәтов уларға ла һуғылып, хәл-әхүәл белеште, уларҙың алдында торған мәсьәләләр хаҡында һорашты.
Читайте нас: